Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
6 Май 2021, 10:15

ЕҢЕҮ ИКМӘГЕ Ҡәҙим Аралбай

Пекарняның еңел машинаһыТейәп килә “Еңеү икмәген”:Күпереп бешкән күмәс, ҡалас, булка –Һалған йөҙөм, һипкән күп мәген... “Еңеү икмәге” тип машинағаЯҙып ҡуймағандар тикмәгә –Баҡһаң, юҡ бит ассортиментындаАлабута, мысай икмәге. Алабута, мысай бутап әсәй“Икмәк” бешергәне иҫемдә, Он булмағас, бешкән өшәләреКөл тәмендә, үлән төҫөндә.

Касафаты һуғыш йылдарының –
Уңмай иген, эшләр юҡ кеше,
Тапҡан ғына китә фронт өсөн,
Булған ғынаһының юҡ көсө...
Үҙ һөтөндә әсәй баҫҡанғалыр
Тел йоторлоҡ ине табикмәк.
Беҙҙе тере иткән, изге ризыҡ,
Хәҙер ҡайҙа һине тап итмәк?
Яҡынайтышҡанға Еңеү көнөн
Һине үбеп, анттар итмәле!
Күҙ йәшенә ҡуша баҫҡанғалыр
Әсе булды Еңеү икмәге.
Еңеү яулашҡан шул икмәктәрҙең
Телебеҙҙән тәме китмәне.
...Хоҙай күрһәтмәһен балаларға
Алабута, мысай икмәген.
Ҡәҙим Аралбай
2015
Читайте нас: