Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
28 Апрель 2021, 15:53

"Уҡытыусыма" Рәми Ғарипов

Ниндәй бәхет —Фекерең уртаҡ булған,Аңлай торғанКеше табыуы.ШатлығымданБик-бик түбән булырБейеклеге Урал тауының. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелШиғыр#РәмиҒарипов#Шиғриәт

Уҡытыусыма
Мәрйәм апайға
Ниндәй бәхет —
Фекерең уртаҡ булған,
Аңлай торған
Кеше табыуы.
Шатлығымдан
Бик-бик түбән булыр
Бейеклеге Урал тауының.
Шиғырһыҙ ҙа
Һеҙ бит аңлайһығыҙ
Йөрәгемдең
Иң саф хистәрен.
Онотмамын,
Һеҙҙе, Мәрйәм апай,
Килгәндә лә
Ғүмер хистәрем.
Һәр һүҙегеҙ
Миңә алтын булды, —
Һис бер килмәй
Сереү алтынға.
Улар яныр
Яҡты йондоҙ булып,
Юл күрһәтеп
Алға барырға.
Уҡытыусы —
Ниндәй гүзәл исем!
Кеше итеп
Һине әҙерләй.
Тормоштоң ул
Көрәшсеһе итә,
Кескенәнән
Һөйә, ҡәҙерләй.
Күҙҙәр ҡамашырлыҡ
Яҡты була
Тиҙ булһа ла
Йәшен йәшнәүе.
Ниндәй гүзәл,
Бер көн
булғанда ла
Кеше булып
Ерҙә йәшәүең!

1950
Читайте нас: