Ҡарҙар ҡарайһа ла, яҙ ҡараймай,
Һыуҙар ташһалар ҙа – яҙ сабыр,
Елдәр үтһәләр ҙә үҙәгенә,
Һалҡынлыҡтан Яҙым наҙ табыр.
Йәшел уттар яғыр бөрөләргә,
Хушбуй һибеп үтер урманға,
Ҡыйыҡтарға суҡлы сулпы тағып,
Толом һыуҙар үрер юлдарға…
Күңелдәргә аңлап етмәҫ илһам,
Һүҙгә һыймаҫ хистәр яуҙырыр,
Һөйгән, һөйөлгәнде, өмөтһөҙҙө
Ҡалдырмаҫ ул, беләм, яңғыҙын.
Ҡарҙар ҡарайһа ла, яҙ ҡараймай,
Һыуҙар ташһалар ҙа – яҙ сабыр,
Елдәр үтһәләр ҙә үҙәгемә,
Һалҡындан да Яҙым наҙ табыр!