Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
27 Апрель 2021, 09:58

"Ауыл уҡытыусыһы" Фирүзә Абдуллина

...Бөтәһе лә ҡулдан килә,Әммә иң ҙур эшебеҙ:Яңы кеше тәрбиәләү-Шундай кәрәк кеше беҙ!Уҡытыусы белем бирә,Ул – кәңәшсе, ул - терәк.Ауыл уҡытыусыһынаҺәйкәл ҡуйырға кәрәк! #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелШиғыр#Шиғриәт#ФирүзәАбдуллина

Мин – ябай бер уҡытыусы.
Ауыл уҡытыусыһы.
Кәрәк икән – сөгөлдөрсө,
Кәрәк булһа – баҡсасы.
Штукатур ҙа, маляр ҙа беҙ
Ремонт яһарға булһа,
Тарихсы ла, ижадсы ла,
Алға маҡсат ҡуйылһа.
Агитатор булабыҙ беҙ
Һайлауҙар яҡынлашһа,
Урам буйлап сүп йыябыҙ
Субботниктар башланһа.
Кәрәк икән – режиссер ҙа,
Бейеүсе лә, йырсы ла,
Рәссам да беҙ, сценарист та, -
Ҡулдан килә барыһы ла.
Бөтәһе лә ҡулдан килә,
Әммә иң ҙур эшебеҙ:
Яңы кеше тәрбиәләү-
Шундай кәрәк кеше беҙ!
Уҡытыусы белем бирә,
Ул – кәңәшсе, ул - терәк.
Ауыл уҡытыусыһына
Һәйкәл ҡуйырға кәрәк!
Читайте нас: