Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
26 Апрель 2021, 15:22

"КҮҢЕЛ" Луиза Кирәева

Болоттарҙы ҡыуып зәңгәрлектә,Елдәрҙән дә етеҙ остоңмо?Ер һәм күкте тоташтырып бергә,Бейеклектә ирек ҡостоңмо? #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелШиғыр#Шиғриәт#ЛуизаКирәева

КҮҢЕЛ

Болоттарҙы ҡыуып зәңгәрлектә,
Елдәрҙән дә етеҙ остоңмо?
Ер һәм күкте тоташтырып бергә,
Бейеклектә ирек ҡостоңмо?

Дауыл һине ергә бәргәндә лә
Таяндыңмы ҡанат көсөнә?
Үлән аша яҡты нурҙы күреп,
Һоҡландыңмы күктең төҫөнә?

Ҡаурый һайын осто күпме хыял,
Күпме аҡыл, теләк-хистәрең...
Әл дә таңдар оноттора икән
Һалҡынлығын ҡара кистәрҙең...

Ямғыр үтеп, ҡояш сыҡты, ана,
Йәйғор балҡый тормош күгендә!
Күңел ҡошом, һин тағы ла бына
Талпынаһың яҙмыш түрендә.
Бирешмәсе, тормош күгендә?!

Луиза Кирәева
Читайте нас: