Ағиҙел
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
23 Апрель 2021, 09:12

"Артһын ерҙә изгелек!" Фирүзә Абдуллина

Үпкәләмә яҙмышыңа,Асыуланма, көнләшмә,Эсеңдәге рәнйешеңдеКешеләргә өләшмә! #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелШиғыр#Шиғриәт#ФирүзәАбдуллина

Үпкәләмә яҙмышыңа,
Асыуланма, көнләшмә,
Эсеңдәге рәнйешеңде
Кешеләргә өләшмә!

Үс һаҡлама йөрәгеңдә,
Таҙа булһын күңелең,
Шатланып йәшәргә тырыш
Ғүмерҙең һәр миҙгелен.

Кеше ғәйепләрҙән алда
Өлгө күрһәт иң элек!
Ышан! Ярат! Ҡулыңды һуҙ!
Артһын ерҙә изгелек!!
Читайте нас в