Ҡатын булыр өсөн талант кәрәк
Ҡатын булыр өсөн талант кәрәк —
Артист бит ул тормош-сәхнәлә.
Бер ҡараһаң, осоп-ҡунып йөрөй,
Бер ҡараһаң, күҙе йәшләнә.
Бер үк көндә комедияһы ла,
Трагедияһы ла уйнала.
Инде көлөп-илап бөттө тиһәң,
Драмала тәрән уйлана.
Әле генә бөйөк әсә булһа,
Ут уйната эштә ҡулдары.
Бешереүсе, йыйыштырыусы ла –
Һанап бөткөһөҙ бит ролдәре.
Ә кис етһә, үҙ иренең янына
Һөйәркәләй килә – уйнашсы.
Талант булһа ғына был тормошта
Төп ролдәрҙе оҫта уйнаусы.
Талантһыҙҙар сәхнәләрҙән китә,
Уйын түгел тормош уларға.
Бер дөрөҫлөк: шатлыҡ икән – көлә,
Ҡайғы икән – ҡала иларға.
Үҙең булып йәшәү ауырыраҡ,
Асылыңда бәхет туйларға.
Әгәр һиндә йондоҙ булып балҡыр
Талантың юҡ икән уйнарға,
Хәйерлерәк түгел микән: залдан
Тик тамаша ҡылыу уларға?..