ЯРАЛЫ БӘХЕТ (хикәйәт). Зәйтүнә Айытбаева
Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
21 Апрель 2021, 09:03

"Хыялымда яңғыҙ елкән булып..." Рами Гарипов

Хыялымда яңғыҙ елкән булып,Сайҡалаһың йылдар буйына.Йә һис юғалмайһың үҙең унан,Йә бирмәйһең тынғы уйыма. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелШиғыр#Шиғырҙар#РамиГарипов

Хыялымда яңғыҙ елкән булып,
Сайҡалаһың йылдар буйына.
Йә һис юғалмайһың үҙең унан,
Йә бирмәйһең тынғы уйыма.

Әллә һин аҙашып индең уға,
Әллә индең мәңге ҡалырға?
Ниңә шулай онотмайым һине?
Ниңә шулай һаман янырға?

Әрнеүле лә миңә һәм татлы ла
Тәүге хистәремде ҡуҙғатыу.
Ҡурҡыныс та миңә һине уйлау,
Ҡыҙғаныс та һине юғалтыу...
Читайте нас в