Һандуғас
Иртә - кисен түгелә бер һандуғас,
Бер һандуғас — моңдар йомғағы...
Ҡайҙан был моң,
Ни йырлата һине,
Ҡошсоҡҡайым, ерем йомғағы...
Тағатһам да — тағатып бөтә алмайым
Кескәйҙән дә кескәй йомғаҡты...
Яңағымдан бары йәшем аҡты,
Яндарымдан бары йыр аҡты...
Тырышһам да күпме — сисә алмайым,
Сисә алмайым серле йомғаҡты...
Һандуғастың тауышына ҡушылып.
Ваҡыт аҡты,
Яҡты яҙ аҡты...
Һандуғасым!
Ҡайҙа осаһың һин,
Кем күңелендә туйҙар астырып?!
Ә мин һине һаман һайратырмын,
Хыял талдарыма баҫтырып...