Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
20 Апрель 2021, 09:33

"Яратҡандар яратыуға мохтаж…" Фирүзә Абдуллина

Яратҡандар яратыуға мохтаж,Яратҡандар мохтаж яҡлауға,Яратҡанды рәнйетеүе еңел,Яратҡанды кәрәк һаҡларға. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелШиғыр#Шиғриәт#ФирүзәАбдуллина

Яратҡандар яратыуға мохтаж,
Яратҡандар мохтаж яҡлауға,
Яратҡанды рәнйетеүе еңел,
Яратҡанды кәрәк һаҡларға.

Күпме кеше тирә-яғыбыҙҙа-
Яратҡандар ғына һанаулы,
Былай ҙа бит инде күңелебеҙ
Бөтөн түгел - йыртыҡ-ямаулы…

Был донъяла беҙҙе яратҡандар
Бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
Ҡалдырмайыҡ инде хәтерҙәрҙе,
Ҡалманы бит инде ямарлыҡ.

Яратҡандар ғына яралана,
Яратмаған өсөн яра юҡ,
Шуныһы йәл: беҙҙе яратҡанды
Үҙебеҙҙән һаҡлар сара юҡ…
Читайте нас: