Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
20 Апрель 2021, 10:55

"Эттәй таланғанда" Зөһрә Ҡотлогилдина

Минме ни һуң шундай кеше инем?Нишләттең һин, тормош, нишләттең?Изге ниәт менән юлға сыҡһам,Аҫау эттәреңде һөсләттең. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелШиғыр#Шиғриәт#ЗөһрәҠотлогилдина

Көнүҙәк темаға.Бөгөн бөтә социаль селтәрҙәрҙә берәҙәк эттәр темаһына бәхәстәр бара. Ә тормошта ҡай сағында кешеләр эттәрҙән дә яман талап ҡуя, үкенескә ҡаршы...
Эттәй таланғанда.
Минме ни һуң шундай кеше инем?
Нишләттең һин, тормош, нишләттең?
Изге ниәт менән юлға сыҡһам,
Аҫау эттәреңде һөсләттең.

Эй ул эттәр, өйөрҙәре менән
Өрә-өрә юлды ҡыйҙылар,
Был биләмә һинең өсөн түгел,
Эҙең булмаһын, тип ҡыуҙылар.

Абалашып килеп йәбештеләр,
Өҙә тешләп алып балтырҙы.
Ә береһе хатта аҙау тешен
Йөрәгемә тиклем батырҙы.

Эттәр менән ләкин эт булманым,
Улар ҙа бит уҫал аслыҡтан.
Яуызлыҡты алған был тормоштоң
Бәндәләре ҡылған хаслыҡтан.

Дүрт аяҡлы эткә, һөйәк бирһәң,
Тыныслыҡта һине ҡалдырыр.
Ике аяҡлыһы, ҡотоң алып,
Баҫҡан ерҙә һының ҡатырыр.

Эт – кешенең дуҫы, тиһәләр ҙә,
Эт кешеләр һис тә дуҫ түгел.
Һис тә бушҡа эттәй таланғанда,
Эт йәштәрен түгә буш күңел.
Зөһрә Ҡотлогилдина.
Читайте нас: