Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
15 Апрель 2021, 09:03

"Яҙҙар булып кил һин" Сәлиә Ғатауллина

Яҙҙар булып бер мәл кил һин миңә,Төштәремә кер һәр иртәлә.Күңел юшҡындарын йыуып ташларЛәйсән ямғыр булып иркәлә.Йәйҙәр булып тағы кил миңә,Йәнем танһыҡлаған йәйҙәрҙе.Сихри төндәр серләштерһен инеБер-береһен һөйгән йәрҙәрҙе. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелШиғыр#Шиғриәт#СәлиәҒатауллина

Яҙҙар булып кил һин
***
Яҙҙар булып бер мәл кил һин миңә,
Төштәремә кер һәр иртәлә.
Күңел юшҡындарын йыуып ташлар
Ләйсән ямғыр булып иркәлә.
Йәйҙәр булып тағы кил миңә,
Йәнем танһыҡлаған йәйҙәрҙе.
Сихри төндәр серләштерһен ине
Бер-береһен һөйгән йәрҙәрҙе.
Наҙҙарыңды бүләк ит һин миңә,
Алтын көҙҙөң моңһоу кисендә.
Һағыштарҙан йолоп алып ҡалып,
Нурҙар балҡыт өйөм эсендә.
Ҡыш һалҡынын алып килмә миңә,
Йөрәгемде кинәт өшөтмә!
Йылына алмам төҫлө һис ҡасан да,
Ҡырыҫ ҡарашыңдан күшекһәм...
Сәлиә Ғатауллина
Читайте нас: