Ағиҙел
-6 °С
Болотло
ӘҘӘБИӘТ
ЙӘМҒИӘТ
ӘҘӘБИ ЯҢЫЛЫҠТАР
ВК
ТЕЛЕГРАМ
Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
14 Апрель 2021, 08:20
"Көрәш" Фирүзә Абдуллина
Шулайҙыр шул. Тормош ҡанундарыМинең теләктәрҙән көслөрәк:Сәстә – ҡырау, маңлайымда – һырҙар,Ә күңелем бары хислерәк. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелШиғыр#Шиғриәт#ФирүзәАбдуллина
Көрәш.
Шулайҙыр шул. Тормош ҡанундары
Минең теләктәрҙән көслөрәк:
Сәстә – ҡырау, маңлайымда – һырҙар,
Ә күңелем бары хислерәк.
Шулай икән. Олоғайған һайын
Әйләнәмен артҡа йышыраҡ,
Күңелемдән йәшлек китмәһә лә,
Китеп бара һаман йәш ырап.
Шулай булһын әйҙә! Минән һуң да
Килер, китер яңы быуындар…
Бер-береһен тапап, ҡайҙа ғына
Ашығалар икән был йылдар?!
Шулай тейеш тә бит… Күңел генә
Ҡанундарға ҡаршы ҡарыша,
…Бер туҡтауһыҙ миндә көрәш бара:
Йәшем менән күңелем алыша.
Фирүзә Абдуллина.
Ошолай матур шиғырҙарҙы тәүгеләрҙән булып уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙе төркөмгә яҙылығыҙ:
"Ағиҙел" журналы | журнал "Агидель"
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
На уровне молекул
“Ана капиталы” акчасы калган иде