Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
14 Апрель 2021, 14:05

"Бер күреүҙән" Гөлнара Рәшитова

Һиңә генә һөйләр һүҙем барҺиңә генә әйтер хисем барКүңелемдең түренҺин биҙәйһең бәғеремИнде бына бик күп йылдар #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелШиғыр#Шиғриәт#ГөлнараРәшитова

Һиңә генә һөйләр һүҙем бар.
Һиңә генә әйтер хисем бар.
Күңелемдең түрен
Һин биҙәйһең бәғерем
Инде бына бик күп йылдар.
Мин бит һине бер күреүҙән,
Бер куреүҙән үк оҡшаттым,
Һәм ғүмерлеккә яраттым.
Йылдар үткән һайын тағы ла
Күңел нығраҡ һиңә тартыла.
Мәңге үтмәй торған
Хистәр бар икән ул доньяла.
Мәңге үтмәй торған,
Һүнеп бөтмәй ҙә торған,
Хистәр бар икән ул доньяла!
Һиңә булған ҡайнар хистәрем,
Һиңә тигән наҙлы һүҙҙәрем,
Йәнеңде йылытһын,
Ут булып та яҡтыртһын,
Төндәрен һәм һалҡын көҙҙәрен...
Тәүгеләрҙән булып ошо шиғырҙарҙы уҡығығыҙ килһә, беҙҙең төркөмгә яҙылығыҙ: "Ағиҙел" журналы | журнал "Агидель"
Читайте нас: