Был донъяға беҙ
килгәнбеҙ...
Был донъяға беҙ килгәнбеҙ һынау өсөн,
Һынау өсөн изгелектәр ҡылыу өсөн.
Хас яманлыҡ йәнәш кенә йөрөгәндә,
Бирешмәйсә, кеше булып ҡалыу өсөн.
Был донъяға беҙ килгәнбеҙ һынау өсөн,
Сабыйҙарға йәшәү-ғүмер биреү өсөн.
Күңеленә иман орлоҡ һалыу өсөн,
Киләсәктә емештәрен тиреү өсөн.
Был донъяға беҙ килгәнбеҙ һынау өсөн,
Белем туплап, зиһенебеҙ үҫһен өсөн.
Тәүфиҡ тигән, әҙәп тигән ҙур ҡиммәттәр
Быуын-быуын киләсәккә күсһен өсөн.
Беҙ йәшәйбеҙ хаҡ тәғәлә насип иткәс,
Мөғжизәле ожмах ергә асҡыс биргәс.
Йәшәү мәғәнәле булыр, балаларға
Иман, әҙәп, аҡыл, тәүфиҡ хоҙай бирһә.
Хоҙай бирһә, хоҙай бирһә...
(Зөлфирә Ҡарағужина)