Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
12 Апрель 2021, 15:22

"Мөхәббәт тыуғанда" Лилиә Һаҡмар

Ышанам,мөхәббәт тыуғандаИңдәрҙә ҡанаттар тойғандар,Бары тик һандуғас телендәКистәрен һөйләшә торғандар. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелШиғыр#Шиғриәт#ЛилиәҺаҡмар

МӨХӘББӘТ ТЫУҒАНДА
Ышанам,
мөхәббәт тыуғанда
Иңдәрҙә ҡанаттар тойғандар,
Бары тик һандуғас телендә
Кистәрен һөйләшә торғандар.
Һөйләшә...
Һүҙ – күпер хистәргә.
Ә һүҙҙәр булмаһа нишләргә?
Бына мин ҡараһам күҙеңә
Юҡ була әйтәһе һүҙгенәм.
Өнһөҙ ҙә аңланым мин һине,
Йыр тулы, моң тулы һөйөүҙе.
Күҙҙәрҙә “әйтелгән” һүҙҙәрҙә
Сағыла Ай, Ҡояш, Ер үҙе.
Мөхәббәт бер генә, сер генә,
Төшөнөп бөткөһөҙ серенә,
Мөхәббәт һөйләшә, ахыры,
Тик утлы ҡараштар арҡылы...
Күберәк күҙәтеүҙәрҙе беҙҙең төркөмдә таба алаһығыҙ: "Ағиҙел" журналы | журнал "Агидель"
Читайте нас: