Бөгөнгөләй, уның үткәне лә
Уйылып ҡалған Урал ташына...
Ҡурай осонан һыҙылып тамған моңо
Ал ҡан булып ташҡа яғылған.
Ҡайғыларҙан ҡайылып сигелһә лә
Йөрәгендә ятҡан эйәрле ат
Шылтыратҡан, сапсып йүгәнен.
"Уралым!" – тип оран ташлап ауһа,
Күмгәндә лә тупраҡ-ер үҙен,
Йөрәгенән сығып, эйәрле ат
Ир данына биреп теҙгенен.
Үткәнеләй, бөгөнө лә данлы,
Тик ҡайымай данды ҡайғы, ҡан:
Яурынында – бәхет ҡошо һайрай,
Фото авторы: Андрей Липов