Ағиҙел
+12 °С
Болотло
ӘҘӘБИӘТ
ЙӘМҒИӘТ
ӘҘӘБИ ЯҢЫЛЫҠТАР
ВК
ТЕЛЕГРАМ
Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
11 Апрель 2021, 17:03
"Һағынам" Фирүзә Абдуллина
- Һағынмайһыңмы ни? – тип һорайһың.Нишләп һағынмай тей? Һағынам!Бик йыш ҡына уй-хыялым менәнТыуған-үҫкән яҡҡа ағылам. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелШиғыр#Шиғриәт#ФирүзәАбдуллина
Һағынам.
- Һағынмайһыңмы ни? – тип һорайһың.
Нишләп һағынмай тей? Һағынам!
Бик йыш ҡына уй-хыялым менән
Тыуған-үҫкән яҡҡа ағылам.
Ләкин бында инде башҡа быуын,
Мине бында таный һирәктәр,
- Ҡайттыңмы? – тип хәҙер шауламайҙар
Шүлкәм буйындағы еректәр.
Урманымда ҡарағайҙар ҡосам,
Таныш туғайҙарҙы гиҙәм мин,
Онотҡандар мине бесәнлектәр –
Күңелемдән быны һиҙәм мин.
Һағынам шул… Төштәремә инеп,
Иләҫләтә бала саҡтарым,
Үкенестәр ҡайсаҡ һыҙландыра,
Йә илата йәнде аҡтарып.
...Әле булһа әйләнәм дә ҡайтам,
Һағынам да тыуған яғымды:
Мин эҙләйем бында үткәндәрҙе,
Тороп ҡалған бала сағымды.
Фирүзә Абдуллина.
Күберәк шиғырҙарҙы беҙҙең төркөмдә таба алаһығыҙ:
"Ағиҙел" журналы | журнал "Агидель"
Читайте нас: