Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
11 Апрель 2021, 18:51

"Ағайға хат" Айгөл Иҙелбаева

Бал ҡортондай ынйы йыйҙыңКүңеленән халҡыңдың.Тик хуш еҫле кәрәҙҙәреңАлды һине алҡымдан... #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелШиғыр#Шиғриәт#АйгөлИҙелбаева

Ағайға хат

Бал ҡортондай ынйы йыйҙың
Күңеленән халҡыңдың.
Тик хуш еҫле кәрәҙҙәрең
Алды һине алҡымдан...

Ҡәләмде ҡаныңа манып
Яҡлаһаң да хаҡлыҡты,
Ҡара бумеранг булып
Тик үҙеңә ҡаҡлыҡты...

Заманалар үҙгәрһә лә,
Заңдар ҡала шул килеш:
Дөрөҫлөк иңрәй ситлектә,
Тантана итә Еңмеш!

Йылыға йылан эйәләй,
Ҡоҙғон баҫа ер өҫтөн...
Булырға тейештер бит
Ҡорбан хаҡы — ДӨРӨҪЛӨК!!!

Айгөл Иҙелбаева
Күберәк шиғырҙарҙы беҙҙең төркөмдә таба алаһығыҙ: "Ағиҙел" журналы | журнал "Агидель"
Читайте нас: