Ҡатын-ҡыҙ йәмһеҙ булмай ул,
Ҡатын-ҡыҙ сибәр була!
Шуны күрмәгән ир-ат ул,
Әлбиттә, йүләр була.
Ҡатын-ҡыҙ йәмһеҙ булмай ул.
Көйһөҙө булыштыра...
Ҡайһы саҡта сип-сибәрҙәр ҙә
Күңелде ҡырыштыра.
Ҡатын-ҡыҙ йәмһеҙ булмай ул -
Күрә белергә кәрәк,
Ҡатын-ҡыҙҙың күңеленә
Керә белергә кәрәк!
Ҡатын-ҡыҙ йәмһеҙ булмай ул -
Ул шулай яратылған...
Күпмеһенә һоҡланылған,
Күпмеһе яратылған!
Ҡатын-ҡыҙ йәмһеҙ булмай ул!
Яратһаң, ул нурлана!
Былай ҙа матур ҡатын-ҡыҙ
Тағы ла матурлана!
Ҡатын-ҡыҙ йәмһеҙ булмай ул -
Ҡатын-ҡыҙ матур, матур!
Ҡатын-ҡыҙҙы бынан һуң да
Ир-аттар матурлатыр!
Ҡатын-ҡыҙ йәмһеҙ булмай ул
Яратылһа, яратһа...
Шул ҡатын-ҡыҙ - кистәр етһә,
Шул ҡатын-ҡыҙ - таң атһа!
Ҡатын-ҡыҙға һоҡланмаған
Төндәрем-көндәрем юҡ.
Ҡатын-ҡыҙ йәмһеҙ булмай ул -
Юҡ, минең күргәнем юҡ!