Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
7 Апрель 2021, 11:36

"Кисер, әсәй..." Гөлнара Хәлфетдинова

Кисер, әсәй, әгәр хыялыңданҠайтышыраҡ булһа был ҡыҙың!Мин тыуғанда күңел күктәреңдәҠабынғандыр сағыу йондоҙоң. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелШиғыр#Шиғриәт#Шиғырҙар#ГөлнараХәлфетдинова

Кисер, әсәй, әгәр хыялыңдан
Ҡайтышыраҡ булһа был ҡыҙың!
Мин тыуғанда күңел күктәреңдә
Ҡабынғандыр сағыу йондоҙоң.

Тиңләшә лә бәлки алмамдыр мин
Йөрәгеңдә янған өмөткә.
Һәм ул утты һүндермәй тотоуың
Төшә ҡайһы саҡта ҡиммәткә.

Кисер, әсәй, аҡ сәстәрең өсөн,
Йөҙөңдәге һырҙар өсөн, кисер!
Бер нәмәгә һоҡланыуым сикһеҙ -
Әсә түҙемлеге - ташты киҫер.

Әсә ышанысы балаһына,
Ныҡлыраҡтыр ҡорос-суйындан.
Башыбыҙҙан ҡайсаҡ һин сыҡһаң да,
Беҙ гелән дә һинең уйыңда.

Кисер, әсәй, әгәр хыялыңдан
Ҡайтышыраҡ булһам - мин, ҡыҙың.
Бөтә донъя минән баш тартһа ла
Яратырһың, беләм, яңғыҙың...

Ҡояш һымаҡ мәңге юлдарымды
Яҡтыртырға, беләм, әҙерһең.
Күпме бәләләрҙән йолоп ҡалды
Һинең доғаң, биргән әжерең.

Кисер, әсәй, әгәр хыялыңдан
Ҡайтышыраҡ булһам бына мин.
Һөйөүҙәрең һеңгән йөрәгемде
Аманатҡа һиңә һонамын.

Ауыҙ асып әйтә алмаһам да
Һинең хаҡҡа мин дә әҙер күпкә.
Беҙҙең ғәҙәт - ҡәҙерлекәй хисте
Йәшереп һаҡлау бит ул иң төптә.

Кисер, әсәй, әгәр хыялыңдан
Тоноғораҡ булһам асылда.
Күңелеңдәге һыным эй бәхетле,
Ул матур ҙа һәр саҡ, аҫыл да.

(Гөлнара Хәлфетдинова)
Читайте нас: