Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
7 Апрель 2021, 09:59

"Бына шулай. Бөттө…" Фирүзә Абдуллина

Бына шулай. Бөттө. ДонъяларҙаБеҙ икәүбеҙ – мин һәм ел генә…Йәнең яратҡанды яндарыңдаТотоп булмай икән гел генә. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелШиғыр#Шиғриәт#ФирүзәАбдуллина#ҒәжәпДонъя

Бына шулай. Бөттө…

Бына шулай. Бөттө. Донъяларҙа
Беҙ икәүбеҙ – мин һәм ел генә…
Йәнең яратҡанды яндарыңда
Тотоп булмай икән гел генә.

Бар донъяға таратыр тип ҡурҡам
Һағышымды сисһәм елдәргә,
Һулып, шиңеп, ҡойолорҙар төҫлө,
Һыуҙар итеп һипһәм гөлдәргә.

Йөрәгемдән һарҡҡан тамсы кеүек,
Тыпылдашып тама минуттар…
Ҡасан ғына һүнеп-баҫылырҙар
Йәнкәйемде өткән был уттар?

Бөттө. Етте. Сабырлығым тамам.
Күпме мөмкин йәнде өтөргә?
…Тик таң ғына атһын. Ҡояш ҡалҡһын.
Көс туплармын ҡабат көтөргә.
Өр-яңынан ғәфү итергә.

Фирүзә Абдуллина.
Читайте нас: