Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
29 Март 2021, 09:43

"Тауҙар" Мостай Кәрим

Тауҙар кешеләр шикелле —Бейек булған һайынҒүмерҙәре бәхәслерәк,Яҙмыштары ҡыйын. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелШиғыр#МостайКәрим#Шиғриәт

Тауҙар кешеләр шикелле —
Бейек булған һайын
Ғүмерҙәре бәхәслерәк,
Яҙмыштары ҡыйын.
Түбәләргә болот ҡунһа,
Тиҙ китергә ҡунмай:
Түбәләрҙә боҙҙар туңһа,
Тиҙ ирергә ҡунмай.
Иҫкән саҡта, елдәр унда
Иҫә зәһәрерәк,
Ҡаяларҙы онтап,
Йәшен
Уйнай хәтәрерәк.
Тауҙар зарланмай. Ғорурлыҡ
Баштарынан ашҡан, —
Кем ҡояш менән һин дә мин
Шул тауҙарҙан башҡа?
Тауҙар кешеләр шикелле —
Бейек булған һайын
Ғүмерҙәре бәхәслерәк,
Яҙмыштары ҡыйын.
Мин дәрәжәне әйтмәйем, -
Ул мәңгелек түгел.
Юғарылыҡты билдәләй
Тик юғары күңел.
Юғары күңел гел генә
Аяҙ булып тормай,
Һағыш сорнай бик йыш уны
Йәки шиктәр тырнай.
Замананың дауылдары
Уға килеп һуға.
Ә шулай ҙа ҡояш тәүҙә
Уның өсөн сыға.
Түңгәккә болот уралмай,
Ҡағылмай йәшен.
Зарланма. Зарлана күрмә,
Юғары кешем!
Читайте нас: