Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
25 Март 2021, 10:06

"Күп кәрәкмәй" Фирүзә Абдуллина

Сәскә ғүмерҙәре бер мәл генә –Бүләк итмә миңә сәскәләр!Мин бәхетле, әгәр шул сәскәләрОҙағыраҡ хуш еҫ сәсһәләр. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелШиғыр#Шиғриәт#ФирүзәАбдуллина#ҒәжәпДонъя

Күп кәрәкмәй.

Сәскә ғүмерҙәре бер мәл генә –
Бүләк итмә миңә сәскәләр!
Мин бәхетле, әгәр шул сәскәләр
Оҙағыраҡ хуш еҫ сәсһәләр.

Тәмлекәстәр менән албырғатма –
Татлы булһын әйткән һүҙҙәрең,
Йондоҙ вәғәҙә итмә – миңә ҡарап,
Йондоҙ булып янһын күҙҙәрең.

Йыһан киңлектәрен тәҡдим итмә –
Ул бушлыҡта янмаҫ усағым.
Күп кәрәкмәй миңә: йомшаҡ һүҙең,
Наҙлы ҡараш, йылы ҡосағың.

Фирүзә Абдуллина.
Читайте нас: