Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
11 Март 2021, 12:33

"Урындыҡтың эргәһендә..." Гөлнара Хәлфетдинова

Урындыҡтың эргәһендәУлтыралар шым.Ике яҡҡа ҡарағандар,Ара бер аршын.Урындыҡтың эргәһендәУлтыралар тын.Үпкәләшеп бер-беренәҠуйғандар артын. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелШиғыр#Шиғриәт

Урындыҡтың эргәһендә
Ултыралар шым.
Ике яҡҡа ҡарағандар,
Ара бер аршын.
Урындыҡтың эргәһендә
Ултыралар тын.
Үпкәләшеп бер-беренә
Ҡуйғандар артын.
Урындыҡтың эргәһендә
Икәүһе,бахыр.
Кемдәр уларҙы йыуатып
Һағышын баҫыр.
Урындыҡтың эргәһендә
Ике бисара.
Һинһеҙ ҡуҙгала алмайҙар,
Һинһеҙ юк сара.
Урындыҡтың эргәһендә
Был меҫкен дуэт.
Ултыралар өҙгәләнеп
Һин юҡты тойоп.
Урындыҡтың эргәһендә
Ҡалай бойоҡтар.
Һинең өйҙә кейә торған
Йылы ойоҡтар.
Читайте нас: