Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
11 Март 2021, 12:16

"Шул минең ҡайғыларым" Гөлнара Хәлфетдинова

Шатлыҡтарым ҡайғыралар,Ҡайғыларым үлгәнгә.Илап тороп таптыралар,Күмеп ҡайттым Шүлгәнгә. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелШиғыр#Шиғриәт#ГөлнараХәлфетдинова

Шатлыҡтарым ҡайғыралар,
Ҡайғыларым үлгәнгә.
Илап тороп таптыралар,
Күмеп ҡайттым Шүлгәнгә.
Ҡайғыларым шатланалар,
Шатлыҡтарым үлгәнгә.
Аптыраным, ҡайғы-шатлыҡ
Бергәлеген белгәнгә.
Шатлыҡтарым ҡайғыралар,
Ҡыуана ҡайғыларым,
Йыуатайым ҡайһыларын,
Шул минең ҡайғыларым.
Читайте нас: