Ағиҙел
+27 °С
Ясна
ӘҘӘБИӘТ
ЙӘМҒИӘТ
ӘҘӘБИ ЯҢЫЛЫҠТАР
ВК
ТЕЛЕГРАМ
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Шиғриәт
26 Февраль 2021, 13:07
"Хәҙер ярат" Фирүзә Абдуллина
Һин мине яратҡан саҡтаМатур инем, йәш инем,Ни ҡыланһам да оҡшаттың - Доньяла иң шәп инем! #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелШиғыр#Шиғриәт#ФирүзәАбдуллина
Һин мине яратҡан саҡта
Матур инем, йәш инем,
Ни ҡыланһам да оҡшаттың -
Доньяла иң шәп инем!
Һәр һүҙемдән кер эҙләйһең,
Бик һайлап хәбәр һүтәм,
Ғәйеп табаһың юҡтан да -
Яратмайһыңдыр бүтән.
Йәмһеҙләнгәнмендер инде,
Ҡарашың - йәнгә яра...
Үҙең дә әллә кем түгел!
Ана, көҙгөгә ҡара!
Шулай инеде. Ҡартаябыҙ.
Йәнәшә үтә ғүмер.
Дөрләп янған усаҡтарҙан
Ҡалды бары көл-күмер.
Көлөн борғолдатмай ғына,
Бысранмай күмеренә,
Матур менеп ултырайыҡ
Ҡартлығыбыҙ түренә.
Йәшлек уҙған, буяу уңған -
Һағыштарымды тарат,
Йәш саҡта яратыу нимә?
Шәп булғас, хәҙер ярат!
Читайте нас:
Шулай уҡ уҡығыҙ
Сәсмә әҫәрҙәр
11 Ғинуар 2024, 09:49
Хәйлә. Хикәйә. РӘЗИНӘ ЗӘЙНЕТДИНОВА
Сәсмә әҫәрҙәр
26 Февраль 2024, 13:18
Зәлифә ЯНЫШЕВА. Төҙәлмәҫлек яра. Хикәйә
Сәсмә әҫәрҙәр
7 Март 2024, 12:38
МӨҒЖИЗӘГӘ ЫШАНАМ (хикәйә) Тәскирә Даянова
Сәсмә әҫәрҙәр
7 Ноябрь 2023, 13:20
Бер апайҙың мажаралары. Дилара Мөхәмәтшина
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей.
Продолжение пользования сайтом является согласием на применение
данных технологий
Принять