ИШЕТ ТОРМОШ!
Рәхмәтлемен ауылдаштарыма,
Дуҫ- иштәргә, мине белгәндәргә.
Хистәремде шиғыр итеп һалғас
Шағирә тип исем биргәндәргә.
Оло баһа! Рәхмәт! Миңә әле
Шағирәләй булып етешергә
Был тормоштоң әсе һурпаларын
Төп күтәрә эсеп этләшергә
Байтаҡ әле,ғүмер генә етһен.
Урғып,ташып тора әйтер һүҙем
Хискә, наҙға мөлдөрәмә күҙем.
Эй, Хоҙайым, сабырлыҡтар бирсе,
Бөгөлөп тә һынмаҫ өсөн түҙем.
Күпме икән әле тоҙаҡ, хәйләләре
Был тормоштоң мине көтөр бәләләре
Ҡаға- һуға тағы күпме һынауҙары
Алдарым да осона сыҡмаҫ һорауҙары?
Күпме булһа күпһенмәйем, күтәрермен
Бешенгәнмен инде хәҙер, мин бик түҙем.
Яңғыҙ ғына ҡалдырма тип үтенәмен
Ҡалһам әгәр япа-яңғыҙ мин нишләрмен.?
Айырма һин йөрәгемде наҙға төргән,
Йәндәремдән артыҡ күргән улдарымдан.
Иңдәремә ҡанат ҡуйған хәләлемдең
Айырма һин, һәр саҡ йылы ҡулдарынан.
Был тормоштоң аңдып тора аҙаптары,
Үттән әсе булғанғамы ғазаптары...
Әллә шуға татлы микән йәшәүҙәре
Был тормоштоң әсеһендә-сөсөһөндә
Бергә кискән ауылдаштар, табындаштар
Мине ҙурлап шағирә тип исем ҡушҡан
Дуҫтарымдан айырма һин, ишет тормош!
Хистәр менән тулы күңел, йәшәү еңел.
Улар менән бер бөтөнмен минең булмыш
Күпме йөҙөң сөйөрһәң дә үгәйһетеп.
Мин барыбер яратамын, һине тормош!
Р. Ибраһимова