Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
10 Февраль 2021, 14:15

"Сәхнәлә Буранбайҙар" Рәмил Хасанов

Сәхнә тулы Буранбайҙар,Ҡурай уйнап йырлайҙар.Ғәйетбаев,Ҡотоевтар,Раевтар, Аралбайҙар.Ут сәсрәтеп дәртле бейей," Еҙ үксә" малайҙары." Әрме" көйөнә йырлайҙарБуранбай бабайҙары. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелШиғыр#Шиғриәт#Буранбай#РәмилХасанов

Сәхнәлә Буранбайҙар

Сәхнә тулы Буранбайҙар,
Ҡурай уйнап йырлайҙар.
Ғәйетбаев,Ҡотоевтар,
Раевтар, Аралбайҙар.
Ут сәсрәтеп дәртле бейей,
" Еҙ үксә" малайҙары.
" Әрме" көйөнә йырлайҙар
Буранбай бабайҙары.
Аҡҡош кеүек һылыу ҡыҙҙар,
Гүйә күлдә йөҙәләр.
Бишек йырына апайҙар,
Эй,үҙәкте өҙәләр.
Рәйестең рух-шәрифенә,
Үтәбай шиғыр һөйләй.
Йөрәк әрней,күңел һыҡтай,
Тик Түләк үҙе белмәй.
Дәртле бейей егеттәре,
Мостафа ағай уртала.
Бындай сағыу тамашаға,
Хайран ҡалды башҡала.
Йәш йырсыларҙың тауышы,
Әсир итте халыҡты.
Сит илдәрҙә лә беләләр,
Фәттәх Аралбаевты.
Буранбайҙың үҙеме ни,
Фәриттең ҡиәфәте.
Ниндәй ирҙәр Себер киткән,
Булған заман афәте.
Ҡурайсылар теҙелешеп,
" Бонапартты" уйнаны.
Тамашасы тып-тын ҡалып,
Ҡурай моңон тыңланы.
Әсәйҙәргә тип бағышлап,
Марсель моңло йырланы.
Күҙ нурым тип,һәр бер әсә,
Үҫтерә бит баланы.
Шәп малайҙар үҫтергәндәр,
Фәррәх,Ғүмәр ағайҙар.
Йырлап-бейеп,татыу итеп,
Йәшәй бит Буранбайҙар.
Буранбайҙың өс егете,
Хәбир,Фәттәх һәм Фәнүр.
Ҙур исемдәр йөрөтәләр,
Ышанмаһаң бар ҙа күр.
Буранбайҙы йырлаһалар,
Күңелдәргә моң тула.
Ни мөғжизә,был ауылда,
Һәр кеме йырсы була.
Буранбайҙың аһ-зарҙары,
Моң булып ҡайттым(ы) икән?
Табаҡ-табаҡ яҙған хаты,
Йыр булып ҡайттым(ы) икән?
Һис кенә лә бирешмәйҙәр,
Буранбай ағайҙары.
Әллә шуға дәртлем(е) икән,
Уларҙың малайҙары.
Башҡорт моңо мәңге йәшәр,
Күңелдәрҙә сыңлаһа.
Буранбайҙың тоҡомдары,
Вариҫтары йырлаһа.

31 декабрь 2007 йыл. Буранбай ауылының таланттары Өфөлә Конгресс-
холда концерт менән сығыш яһағандан һуң яҙғайным.

/Хасанов Рәмил Сәфәрғәли улы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре. Ниғәмәт ауылы /
Читайте нас: