Ашыҡтырмағыҙ…
“Ялҡытты ҡыш! – тине берәү. –
Һағындым ҡояш, наҙҙы…”
Яҙ ғүмере – ялт-йолт ҡына,
Ашыҡтырмағыҙ яҙҙы!
Ҡыштың да үҙ матурлығы:
Ҡар өйөлгән тауы бар,
Ябалаҡлап яуған ҡары,
Һулап туймаҫ һауа бар!
Сыныҡтырыр һалҡыны бар,
Мейестең ялҡыны бар,
Һыуыҡтарҙа өшөмәҫкә
Мөхәббәт ҡалҡаны бар.
Ҡыштың да бар матурлығы,
Ҡыштың да бар үҙ йәме…
Ғүмер ҙә бит ялт-йолт ҡына –
Ашыҡтырмағыҙ!.. Йәме?
Фирүзә Абдуллина