Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
14 Ғинуар 2021, 11:38

"Бала рәхмәте" Рима Ибраһимова

Рәхмәт, Әсәй, тине балам миңә.Килтергәнгә мине донъяға.Бүләк иткәнеңә яҡты Ҡояш,Эсер һыуҙар, һулар һауалар. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелШиғыр#Шиғриәт#РимаИбраһимова

Рәхмәт, Әсәй, тине балам миңә.
Килтергәнгә мине донъяға.
Бүләк иткәнеңә яҡты Ҡояш,
Эсер һыуҙар, һулар һауалар.
Атайымдың тире тамған ерҙә,
Тәуге аҙымымды баҫҡанмын.
Күкрәк һөтөн биргән, әсәй, һинең
Ҡулдарыңдан ризыҡ ҡапҡанмын.
Әсәкәйем, тик һин генә бары,
Кисерә алаһыңдыр хатамды.
Бала сағымдағы шуҡлыктарҙан алып,
Ир ҡорона еткән -атайҙың.
Һинең өсөн мин, һаман баламын,
Эш боҙорға торған шуҡ малай.
Шулай булып ҡалһаң ине лә бит,
Сәстәр салланыуға ҡарамай.
Фатихаңды алып донъя ҡорҙом.
Яндарына ағас улттырттым.
Сәскә кеүек ҡыҙга ғүмер бирҙем.
Донъябыҙҙың гөлө, өй ҡото!
Һин булғанға, Әсәй, беҙ булғанбыҙ
Беҙ булғанға - беҙҙең балабыҙ.
Ошо донъяларҙың матурлығын,
Һинән аша күрә алабыҙ.
Ғүмер сылбырының башланғысы-Әсә,
Улдарың да уның дауамы.
Балаларҙың шат тауыштарынан
Гөрләп торһон күңел яланың.
Өҙөлмөһен сылбыр, моңло көйҙәй,
Көйләнһен гел бишек тирбәтеп.
Улдарыңдың алтын туйҙарында
Ултырырға яҙһын гөрләшеп!
АМИН! тимен ихлас теләктәрең
Күңелем де нурға күмәләр.
Әйтерһең дә килер көндәремә
Фәрештәләр ҡанат йәйәләр.
Рәхмәтлемен, һеҙгә, балаларым!
Айырмайым, оло, кесеме.
Ҡабул итер. Раббым, сауаптарым,
Ҙурлағанға -ӘСӘ кешене!
Читайте нас: