Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
13 Ғинуар 2021, 14:48

"Ҡарлы ғинуарға мәҙхиә" Мөнир Иҡсанов

Эй, ғинуар, дәртле ғинуар!Көнөн-төнөн яуа, тынмай ҡар!Ҡарҙар яуған һайын, күңелгәЯҡты-яҡты нурҙар һибелә! #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелШиғыр#Шиғриәт#МөнирИҡсанов#Шиғырҙар

Эй, ғинуар, дәртле ғинуар!
Көнөн-төнөн яуа, тынмай ҡар!
Ҡарҙар яуған һайын, күңелгә
Яҡты-яҡты нурҙар һибелә!

Эй, ғинуар, серле ғинуар!
Устарыма ҡоя йондоҙҙар!
Донъя ап-аҡ! Күҙҙәр ҡамаша!
Эләккәнмен килеп ожмахҡа!

Эй, ғинуар, хозур ғинуар!
Ниндәй наҙлы һинең ҡуйындар!
Сумыр инем ап-аҡ ҡосаҡҡа!
Осор инем йыраҡ-йыраҡҡа!

Эй, ғинуар, зәһәр ғинуар!
Ел һыҙғыра, уйнай бурандар!
Ҡара нөктә булып, кешеләр
Ап-аҡ көрттә эй мәж киләләр!

Эй, ғинуар, сабыр ғинуар!
Тынып ҡалған бөгөн йыһандар! –
Ер урана йомшаҡ мамыҡҡа
Һәм бәүелә ап-аҡ болотта!

Эй, ғинуар, күркәм ғинуар!
Ҡайҙа баҡма – тере аҡ һындар!
Йорттар кейгән ҡупшы кәпәстәр!
Шәл ябынған, өшөп, сәхрәләр!

Эй, ғинуар, йомарт, ғинуар!
Ергә яба йылы юрғандар!
Ниндәй тылсым – күҙ һал ужымға,
Орлоҡ шыта аҡ ҡар аҫтында!

Әлдә килдең, ҡарлы ғинуар!
Тимәк, йәйен яуыр ямғырҙар!
Тимәк, имен торор донъялар!
Тимәк, илем яҙыр аҡ йырҙар!..
Читайте нас: