Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
11 Ғинуар 2021, 10:50

"Яңы йылға үтенес" Фирүзә Абдуллина

Күҙ астым да йомдом – йылым үтте,Йылдарымда бик аҙ айырма…Яңы йылым! Күпте һорамайым:Иҫке бәхетемдән айырма! #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелШиғыр#Шиғриәт#ФирүзәАбдуллина#ЯңыЙыл#Әҙәбиәт

Яңы йылға үтенес
Күҙ астым да йомдом – йылым үтте,
Йылдарымда бик аҙ айырма…
Яңы йылым! Күпте һорамайым:
Иҫке бәхетемдән айырма!

Һау-сәләмәт булһын яҡындарым,
Эшем булһын, булһын ашым да,
Донъям артып торһон, йән киҫәгем
Балҡып торһон гелән ҡаршымда.

Элеккесә йортом ҡотло булһын,
Ишле булһын әйҙә мал-тыуар!
Иҫке декабрҙе этеп-төртөп,
Тапап килә яңы ғинуар!

Кемгә яңы кәрәк – һораһындар!
Күңелемде бер үк аҙҙырма!
Өҫтәп бәхет бирһәң, ризамын, тик
Иҫке бәхетемдән яҙҙырма.
Читайте нас: