Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
28 Декабрь 2020, 20:31

"Бәхеткә" Рима Ибраһимова

Ап-аҡ ҡарҙар яуа өйөрөлөп.Сафлыҡ, паклыҡ ҡаплай ер өҫтөн.Бәхет яуа, парлы йәрҙәр өсөн.Бер йән итеп, итеп бер бөтөн. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелШиғыр#Шиғриәт#РимаИбраһимова

БӘХЕТКӘ.
Ап-аҡ ҡарҙар яуа өйөрөлөп.
Сафлыҡ, паклыҡ ҡаплай ер өҫтөн.
Бәхет яуа, парлы йәрҙәр өсөн.
Бер йән итеп, итеп бер бөтөн.
Парһыҙҙарҙың йәтим күңелдәрен,
Хәсрәттәрен күмһен юҡ итеп,
Килер көнгә бәхет бүләк итеп,
Шатлыҡтарын бирһен, мул итеп.
Ынйы ғына, ап-аҡ ҡар бөртөгө.
Һәр бөртөгө ысын мөғжизә!
Селтәр-селтәр генә юрған ябынып,
Серем итә аҫыл ергенәм.
Тауҙар итәген дә урман йоҡлай.
Ап-аҡ толобона төрөнөп.
Ҡояш нуры, ҡар пәрҙәһе аша,
Югергеләй саҡ-саҡ күренеп.
Ҡарҙар яуа ергә, бурай- бурай,
Һәммәбеҙгә аҡ бәхет юрай.
Иртәгеһе көндәр килһен уңай.
Яуһын әле, ҡарҙар, гел шулай.
Р Ибраһимова.
Читайте нас: