Аҡ ямғырҙар үттеме ни,
Көҙҙәр ҙә еттеме ни?
Тынғы белмәҫ (йоҡо бирмәй) һандуғастар
Сит ерҙәргә киттеме ни?
Аҡ ямғырҙар ҡалды инде
Йәшлегем яҙҙарында,
Үткән ваҡыт даръяһының
Буй етмәҫ ярҙарында.
Аҡ ямғырҙар бында тиеп
Саҡырғандай аҡ ҡырҙар.
Аҡ ямғырҙар хыялдарҙа,
Бөгөн яуа аҡ ҡарҙар.