Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
24 Декабрь 2020, 12:04

"Ғашиҡ бул" Фирүзә Абдуллина.

Һин ғашиҡ бул әле миңә ҡабат!Өр-яңынан! Беләм, буй-һынымЙәш саҡтағы кеүек һомғол түгел –Мин дә ҡанундарға буйһонам. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелШиғыр#Шиғриәт#ФирүзәАбдуллина

Ғашиҡ бул.

Һин ғашиҡ бул әле миңә ҡабат!
Өр-яңынан! Беләм, буй-һыным
Йәш саҡтағы кеүек һомғол түгел –
Мин дә ҡанундарға буйһонам.

Сәстәремдең салы өркөтмәһен,
Йыйырсыҡтар түгел ҡурҡыныс,
Йөрәгем йәш! Һаман тулай, дулай,
Тора белмәй бер ҙә тып-тыныс.

Бүлгеләмә әле был донъяны
Кәрәкмәҫтәйенә, кәрәккә,
Һин ғашиҡ бул ҡабат күңелемә,
Тынғы белмәҫ иҫәр йөрәккә.

Бөтә яҡтан теүәл булмай тормош,
Йөрәгеңде тыңла иң элек,
Кемдән генә ҡалмай донъя малы?
Тик мөхәббәт кенә мәңгелек.

Фирүзә Абдуллина.
Читайте нас: