Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
23 Декабрь 2020, 16:24

"Һеҙҙең өсөн йырыбыҙ" Гөлнур Ҡыуатова

Йәлләмәйек гүзәл заттар өсөнНаҙлы ҡараш, йылы һүҙҙәрҙе.Бар донъяны биҙәй ҡатын-ҡыҙҙыңҺөйөп баҡҡан нурлы күҙҙәре. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелШиғыр#Шиғриәт#ГөлнурҠыуатова#Әҙәбиәт#РәфисИшбаев

Ҡатын-ҡыҙҙың гүзәллеге тиңһеҙ,
Сикһеҙ кеүек хатта йыһандан.
Гөл-сәскәләр һеҙҙең өсөн,
Һеҙҙең өсөн йырыбыҙ.

Йәлләмәйек гүзәл заттар өсөн
Наҙлы ҡараш, йылы һүҙҙәрҙе.
Бар донъяны биҙәй ҡатын-ҡыҙҙың
Һөйөп баҡҡан нурлы күҙҙәре.

Ғаилә усағының һаҡлаусыһы,
Яҡлаусыһы ғәзиз балаһын.
Беҙҙең менән ғүмер буйы
Гел йәнәшә булығыҙ.
Читайте нас: