Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
23 Декабрь 2020, 12:57

"Аяҡтарым юлда, күңелем йырҙа..." М.Кәрим

Аяҡтарым юлда, күңелем йырҙа,Ерҙә мин бер шундай юламан,Көндөҙ мин — ҡояшҡа, ә төндәренЙондоҙҙарға ҡарап юл алам. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелШиғыр#Шиғриәт#МостайКәрим

Аяҡтарым юлда, күңелем йырҙа,
Ерҙә мин бер шундай юламан,
Көндөҙ мин — ҡояшҡа, ә төндәрен
Йондоҙҙарға ҡарап юл алам.

Иренемде ҡаршы елдәр киҫте,
Сәсемдә сал — йылдар туҙаны,
Ишектәрҙе шаҡып инәмен дә
Йөрәктәрҙе ҡағып уҙамын.

Тик ҡояшты болот ҡаплап китә
Көндәр боҙоҡ, йонсоу заманда.
Йондоҙҙар ҙа,
Хатта йондоҙҙар ҙа
Томалана төнгө томанда.

Аяҙҙа ла, йонсоу көндәрҙә лә
Ғүмер юлы тигән араны
Уҙған саҡта,
Йондоҙҙарҙай күреп,
Мин күҙҙәргә ҡарап барамын,
Кешеләрҙең шат, өмөтлө, моңһоу
Күҙҙәренә ҡарап барамын, —
Юлдарымда аҙашмаҫ өсөн,
Йырҙарымда алдашмаҫ өсөн.

1963
Читайте нас: