Йәнгә үтә ғәзиз икән бала,
Толомдарын наҙлай ҡулдарым.
Күҙ алдымда тора һәр бер көнө,
Күңелемдән һүтәм юлдарын.
Табалмағас тиңләр һүрәткәйҙе,
Һөйләр телкәйҙәрем ни ҡылһын?
Һәр ҡылығы уның бер мөғжизә,
Һәр әйткәне уның бер тылсым.
Йәнгә үтә ғәзиз икән бала,
Толомдарын наҙлай ҡулдарым.
Күҙ алдымда тора һәр бер көнө,
Күңелемдән һүтәм юлдарын.