МИН ТАБЫЛДЫМ ҺИҢӘ
Һин юғалтма мине тормошоңдан,
Юғалырға һиңә килмәнем.
Ҡунаҡ булып ҡына йөрәгеңә
Юлаусы ла булып инмәнем.
Мин табылдым һиңә ғүмергәсә,
Йәндәреңә индем бөтәүләй.
Үҙ-үҙеңде юғалтаһы булма,
Тормошоңа килдем бөтөнләй.
Барлыҡ булмышымды, асылымды
Устарыңа килдем һалырға.
Минең ғүмер – һинең ғүмер икән,
Онотмасы усың ябырға.
Ғүмеребеҙ башланырға тора,
Төштә түгел, ысынбарлыҡта.
Һөйөүебеҙ – ғүмер башланғысы,
Тыуыу тураһында танытма.