Һалҡын ҡыштың тыны зәһәр,
Ҡуйынға инеү уйы.
Буран көйөнә бейеткән
Ҡыштың башланды туйы.
Биттәремде һалҡын үбә,
Семетеп ала тәнде.
Күңелдә өмөт усағы
Йылытып тора йәнде.
Йөрәктә һөйөү ялҡыны,
Ҡәлғәмдә диуар бейек.
Усағымда утты һаҡлап,
Йәшәргә кәрәк һөйөп.
Йондоҙло төнөм... Төтөндәр
Бейек асманға үрләй.
Ғүмер ҡышына инмәйек
Аҡ бәхеттәрҙе күрмәй!
Ҡара төндәр батша хәҙер,
Көндөң ғүмере ҡыҫҡа.
Аҡ өмөттәрҙе бағлайым,
Яңы башланған ҡышҡа.