ҺИН КӘРӘК.
Һулар һауам, эсер һыуым
Кәрәк булған кеүек һин кәрәк.
Ғүмер көҙҙәремә ингән саҡта,
Иңдәремә терәк- һин кәрәк.
Аҡ бурандар туҙған һалҡын ҡышта,
Ҡулдарымды алып устарыңа,
Ҡайнар тының менән йылытырға.
Һин кәрәкһең миңә, бик кәрәк.
Осар ҡошҡа -ҡанат, көнгә -Ҡояш.
Төнгә йондоҙ менән Ай кәрәк.
Сулпан йондоҙ кеүек балҡыр өсөн,
Күңел гөлөм һулымаһын өсөн,
Ямғыр тамсыһылай һин кәрәк.
Бергә тоҡандырған усағыбыҙ уты
Һурелмәһен өсөн һин кәрәк.
Йөрәк ҡуҙым баҙрап янһын өсөн,
Һинең ялҡын миңә бик кәрәк.
Йәндәребеҙ күккә олғашҡан да
Йыһан киңлегендә аҙашмаҫҡа
Пар ҡанатым, миңә һин кәрәк.
Был донъяға ҡабат тыуыр өсөн,
Хатта үлән булып шытыр өсөн,
Саң бөртөгө булып ҡайтыр өсөн
Беҙгә бергә булыу бик кәрәк.