Иртән тороп сәй яһаным,
Сәйҙәремдең тәме юҡ.
Һин булмағас яндарымда,
Йәшәүемдең йәме юҡ.
Һине көтөп ғүмер үтте,
Сәйҙәрем дә һыуыны.
Бер наҙлаһаң һағыныуҙың,
Ҡаныр ине һыуһыны.
Иртән тороп сәй яһаным,
Сәйнүгемдең һыуы мул.
Сәхрәләргә сығып китәм,
Көтә мине оло юл...
Марсель Хамматов