Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
7 Декабрь 2020, 09:37

"Эҙләнеү" Айгөл Айытҡолова

Күкһелләнеп офоҡ ҡуйынындаТынлыҡ һаҡлап ойой ҡарт тауҙар.Шул тынлыҡты боҙоп бурап-бурапЯбалаҡлап яуа аҡ ҡарҙар. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелШиғыр#Шиғриәт#АйгөлАйытҡолова#БашҡортТеле2020#БашТел2020#БашЯз2020#ДеньБашикрскогоЯзыка2020#ЯңыЙыл

Эҙләнеү
Күкһелләнеп офоҡ ҡуйынында
Тынлыҡ һаҡлап ойой ҡарт тауҙар.
Шул тынлыҡты боҙоп бурап-бурап
Ябалаҡлап яуа аҡ ҡарҙар.
Донъя ап-аҡ!
Саф төҫһөҙлөк хатта
Һуҡырайтыр төҫлө күҙҙәрҙе.
Шаян ел дә
(бер хәйләкәр төлкө)
Юйып ҡала минең эҙҙәрҙе.
Япа-яңғыҙ көрттәр йырып барам…
Шомландырыр тып-тын бушлыҡта
Үҙ өйөмдө, үҙ көйөмдө юллап
Юлһыҙ ергә минме юлыҡҡан?
Көйөм дә юҡ, өйөм дә юҡ..
Бушлыҡ…
Сым тындары яра ҡолаҡты.
Яҙҙарымдан микән юл яҙлығып
Сал ҡыштарға килеп олаҡтым?
Ә ҡарт тауҙар һаман һаҡта тора
Тынлыҡ һаҡлап яуа өрпәк ҡар…
Әйтә кеүек “Ҡар аҫтында күптән
Һин эҙләгән миҙгел-тәүлектәр”…
Читайте нас: