Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
6 Декабрь 2020, 15:20

"Яңы йылды яңғыҙ ҡаршылама!" Фирүзә Абдуллина.

Яңы йылды яңғыҙ ҡаршылама –Яңғыҙлыҡтан Хоҙай һаҡлаһын!Кем ҡаҡһа ла ҡаҡһын ишегеңде,Тик яңғыҙлыҡ ҡына ҡаҡмаһын! #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелШиғыр#Шиғриәт#ФирүзәАбдуллина#БашҡортТеле2020#БашТел2020#БашЯз2020#ДеньБашикрскогоЯзыка2020#ЯңыЙыл

Яңы йылды яңғыҙ ҡаршылама!

Яңы йылды яңғыҙ ҡаршылама –
Яңғыҙлыҡтан Хоҙай һаҡлаһын!
Кем ҡаҡһа ла ҡаҡһын ишегеңде,
Тик яңғыҙлыҡ ҡына ҡаҡмаһын!

Яҡындарың килеп шаҡыһындар –
Яратҡанын һиңә белдереп,
Дуҫтар-әхирәттәр килеп баҫһын,
Юҡ-бар һөйләп, көлөп-көлдөрөп!

Таныштарың инеп ҡотлап сыҡһын,
Инһен әйҙә таныш түгелдәр,
Тик бикләмә, зинһар, йөрәгеңде –
Бәхетле тик асыҡ күңелдәр!

Һаулыҡ, байлыҡ, шатлыҡ инеп тулһын,
Түрҙән урын алһын мөхәббәт,
Ихтирамды, иғтибарҙы индер,
Булһын бергә иман, мәрхәмәт.

Күңелең дә, асыҡ ишек кеүек,
Бикләнмәһен бер үк йоҙаҡҡа,
Яңғыҙлыҡта бер аҙ ял ит, ләкин
Аҙға ғына, түгел оҙаҡҡа!

Яңы йылды яңғыҙ ҡаршылама –
Яңғыҙлыҡтан Хоҙай һаҡлаһын!
Изге уйҙар, ғәмәлдәрең өсөн
Фәрештәләр һине яҡлаһын!

17.12.17.
Фирүзә Абдуллина.
Читайте нас: