Күҙ алдына килтереп тә булмайБыл донъямды аяҙ күҙҙәрһеҙ.Һине осратҡандан көндәрем битЯҡты яҡҡа ғына үҙгәрҙе.Күҙ алдына килтереп тә булмайБыл донъямды наҙлы тауышһыҙ.Һине осратҡандан күк йөҙө битЙәмле ерем менән ҡауышты.Күҙ алдына килтереп тә булмайҠарҙа һинең эҙһеҙ был ҡышты.Йөрәгемдә ҡалыр өсөн, йәнем,Күпме тырыштың һин, ныҡыштың.Ҡалдың күңелемдә, йөрәгемдә,Ҡалдың уйҙарыма уйылып.Тышта буран уйнай - ул, моғайын,Беҙҙең мөхәббәттең туйылыр.