Баламдың сере.- Хәлең нисек, балам? – тип һорайым.Өндәшмәйһең. Моңһоу ҡарашың.Тик бер ҡараш менән аңлатырғаМөмкин булһа йөрәк яраһын...Эйе, балам, беләм, бөтә серҙеЕңел генә булмай аңлатып,Бауыр ярып сыға ҡайһылары,Ҡайһылары – йөрәк ҡанатып.Баш күтәрә алмаҫ ҡайғы менәнЕткәнем бар ахыр сиктәргә......Миңә сисмәҫ серҙәреңде, балам,Һөйләп ҡуйма бер үк ситтәргә!Фирүзә Абдуллина.