Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
1 Декабрь 2020, 16:13

Ҡыштың тәүге көнө менән!

Ап-аҡ ҡарҙар яуған ҡышҡы көндә,Аҡ сәскәләр тотоп, һин, килдең.Яҙ йәмдәре бирҙе сәскәләрең,Яҙ ҡояшы булып, һин, көлдөң.(К. Шафиҡова) #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелШиғыр#Шиғриәт#КәүсәриәШафиҡова

Ап-аҡ ҡарҙар...
Ап-аҡ ҡарҙар яуған ҡышҡы көндә,Аҡ сәскәләр тотоп, һин, килдең.Яҙ йәмдәре бирҙе сәскәләрең,Яҙ ҡояшы булып, һин, көлдөң.
Ап-аҡ ҡарҙар яуған ҡышҡы көндәТере сәскә, гүйә, өндәшә:"Ап-аҡ сәскә булып, был донъялаҺин - мөхәббәт йәшә, мең йәшә".
Ап-аҡ ҡарҙар яуған ҡышҡы көндә,Аҡ сәскәләр өҙҙөм, һин ҡайҙа?Өҙөлгәндәр кеүек был сәскәләрЙәшлектәге йәшел туғайҙан.
Ап-аҡ ҡарҙар яуған ҡышҡы көндә,Аҡ сәскәләр тотоп, һин, килдең.Яҙ йәмдәре бирҙе сәскәләрең,Яҙ ҡояшы булып йылмайҙың.
(Кәүсәриә Шафиҡова)
Читайте нас: