Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
25 Ноябрь 2020, 15:51

"Ҡар теләге" Нәилә Үтәбаева

Быйылғы ҡыш нисек булыр икән?Әллә йылы, әллә һыуыҡтыр?Бурандары шаҡ ҡатырыр микән,Пыр туҙҙырып күңел ҡалыбын? #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелШиғыр#Шиғриәт#НәиләҮтәбаева

Ҡар теләге.

Быйылғы ҡыш нисек булыр икән?
Әллә йылы, әллә һыуыҡтыр?
Бурандары шаҡ ҡатырыр микән,
Пыр туҙҙырып күңел ҡалыбын?

Ябалаҡлап яуған ҡар бөртөгө
Яңыртырмы барлыҡ уйҙарҙы?
Яңы башланғысҡа - яҡшылыҡҡа
Әйҙәр микән насар - яманын?

Бөтә ғәләм ҡарҙар яуған һайын
Булһын тиеп юрай сафлыҡҡа.
Бөтә донъя, гүйә, онотолоп
Юлын бора яҡты һәм аҡҡа.

Теләр инем ҡыштың кешелеккә
Сикһеҙ иман нурын асыуын.
Изге ниәт, яҡшы мөнәсәбәт
Күңелдәрҙә беҙҙең ҡалыуын.

Теләр инем илдең тыныслығын,
Кешеләргә аҡыл - камиллыҡ.
Ауыр саҡтар булһа көс теләйем
Бары кҽше булып ҡалырлыҡ.
Читайте нас: