Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
10 Ноябрь 2020, 14:50

"Атайым һүҙе" Рафаэль Сафин

Оҙатҡанда юлға тәүге тапҡыр —оло юлға — ҡала юлына,хәтермдә, кәңәш биреп ҡалдыатай миңә — төпсөк улына.«Тыңла, улым,— тине,— һүҙҙәремдебормайынса ғына ирмәккә:ҡайт ауылға, ҡайтһаң яҡшы ат менән,тик атланып ҡайтма ишәккә». #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелШиғыр#Шиғриәт#РафаэльСафин

Оҙатҡанда юлға тәүге тапҡыр —
оло юлға — ҡала юлына,
хәтермдә, кәңәш биреп ҡалды
атай миңә — төпсөк улына.

«Тыңла, улым,— тине,— һүҙҙәремде
бормайынса ғына ирмәккә:
ҡайт ауылға, ҡайтһаң яҡшы ат менән,
тик атланып ҡайтма ишәккә».

Ул ваҡытта әле атайымдың
кинәйәһен аңлап етмәнем,
ишәк инде — ишәк, ә ни өсөн
көнөм уға ҡалыр икәнен.

Бер яҡшылыҡ ҡылһам кешеләргә,
түбәм күккә тейеп шатландым,
йә юлыҡһам үҙем яҡшылыҡҡа,
яҡшы атҡа, гүйә, атландым.

Шау яҡшынан ғына тормай донъя,
тормошобоҙ матур, тиһәк тә.
Аҙашып мин яҙмыш буранында,
атландым да, буғай, ишәккә.

Хәл өҫтөндә ятҡан атайымдың
бәхиллеген алып китмәккә
ҡайттым, ләкин ҡайтып етә алманым —
атландым мин, ахыры, ишәккә.

Ул ғынамы! Ҡонсол, яман заттар
ут һалғанда минең итәккә,
ваҡытында яуап бирә алманым —
атландым мин, ахыры, ишәккә.

Ах, булды шул, булды: аҡ юлымда
туҙылып та ҡалды ҡара саң.
Атайымдың һүҙе иҫкә төшә,
тормошомдо барлап ҡараһам.

Иҫкә төшә ҡайтһам ауылыма,
сыҡһам алыҫ сәфәр-юлыма.
Атайымдың һүҙен ҡабатлайым
инде хәҙер еткән улыма.

Оҙатҡанда юлға, доға итеп
ҡабатлайым — түгел ирмәккә:
«Ҡайтһаң, улым, ҡайт һин яҡшы ат менән,
тик атланып ҡайтма ишәккә».
1983
Читайте нас: